21 февраль-Халыҡ -ара туған телдәр көнө
21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО ошо датаны булдырҙы. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле донъя халыҡтары 6 меңгә яҡын телдә аралаша. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр икенсеһе тиерлек онотола бара. Белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуға дусар була бара. 5 йыл элек ЮНЕСКО Рәсәйҙәге 136 телде юғалыу хәүефе аҫтындағылар тип иғлан итте.
18 февраль көнө Учалы ауылының Мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған бай йөкмәткеле сара үтте. Байрамды Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы Хәкимова етәкләгән "Бөҙрәкәй" балалар театрының асып ебәреүе тамашасыларһа рух күтәренкелеге, байрам кәйефе өҫтәп ебәрҙе.
Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Әҡлимә Сафинанаың саҡырылыуы ла сараға оло мәртәбәлек өҫтәне.Яҡташыбыҙ үҙенең тиҫтәләгән китаптары, ундағы геройҙары, уларҙың кисерештәре тураһында ентекле әңгәмә ҡорҙо. Сығыштар Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән һуғарлып барҙы.
Телде һаҡлау, яҡлау, киләсәк быуынға еткереү кеүек тәрбиәүи әһәмиәте көслө булған был саранан ҡатнашыусылар күтәренке рухта таралыштылар.